wiki:гумеров_виль_баширович

Гумеров Виль Баширович -башкирский поэт, публицист. Родился 2 апреля 1949 года в селе Кубагушево Учалинского района. Закончил Миндякскую среднюю школу, затем Магнитогорский горный институт. Работал инженером в Перми и Мурманске. Учился в Московском Литературном институте. Работал в журнале Агидель, других изданиях. Был директором издательства Китап.

С 1988 года был консультантом в Стерлитамакском отделении Союза писателей РБ. Перевел пьесу казахского драматурга Дулата Исабекова«Есть человек,который меня ждет». Скончаплся в 1994 году 22 июня на операционном столе.

Вил Бәшир улы Ғүмәров 1949 йылдың 2 апрелендә Башҡортостандың Учалы районының Ҡобағош ауылында тыуған. Миндәк урта мәктәбен тамамлап, Магнитогорск тау-механика институтында уҡый. Артабан Пермь, Мурманск өлкәләрендә инженер булып эшләй. Мәскәүҙең М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. «Ағиҙел» журналында, республика гәзиттәре редакцияларында эшләй. Башҡортостан китап нәшриәте директоры була. Ул көслө публицист ине. 1988 йылдан Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант вазифаһын башҡара, ул йылдарҙағы СССР бөтөү алдынан барған сәйәси тормошта ҡайнай, башҡортса гәзит, журнал асыуҙа ҡатнаша. Башҡорт драма театры асылған мәлдә, ҡаҙаҡ драматургы Дулат Иҫабековтың «Көтөр кешем бар минең» әҫәрен башҡортсаға тәржемә итә, уны театрҙың тәүге репертуарына индерҙеләр. 1994 йылдың 22 июнендә операция өҫтәлендә вафат була.

Страница Виля Гумерова https://vk.com/public176893676

  • wiki/гумеров_виль_баширович.txt
  • Последние изменения: 2019/08/25 15:47
  • — aidar